

Янғында ғүмере өҙөлгән өләсәйҙе һәм уның ике ейәнен бөгөн Ҡариҙел районының Магинск ауылы зыяратында ерләгәндәр. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Руслан Шәйҙуллин хәбәр итте.
«Ратмир Рафил улы, һеҙ ҡушҡанса, Совет районы хакимиәте ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтте», — тип белдерҙе ул.
Уның һүҙҙәренсә, һәләк булған балаларҙың әсәһенә 2022 йылдың декабрендә «аҙ тәьмин ителгән ишле ғаилә» категорияһы буйынса янғын тураһында хәбәр иткән прибор тапшырылған. Янғындан һуң приборҙың төҙөк булмауы асыҡланған.
«Һис шикһеҙ, был оло ҡайғы. Ҡалабыҙҙа бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк», — тине мэр.
Әле үлемесле янғын осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе бара.
Башинформ хәбәр иткәнсә, әсәнең биш улы булған. Ғаилә иҫәптә тормаған, имен тип һаналған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.