12:28 (UTC+5), 24 Марта 2025

Айыуҙы банка менән ҡурҡытмаҡсы булған

Бөрйән районында булған ҡот осҡос хәлдең сәбәптәре асыҡланды.

Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
Инсаф Хужабирганов

Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда айыуҙарҙың кешегә һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы. Тәүгеһе 21 мартта Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылынан 7 саҡрым алыҫлыҡта булғайны. Тайыштабан һөжүменән зыян күргән 62 йәшлек ир үҙ аяҡтарында район дауаханаһына килә. Уға операция яһайҙар, әлеге ваҡытта реанимацияла ята.

Бөгөн йыртҡысты атып алыуға рөхсәт бирелгән. Баймаҡта 10 һунарсынан торған төркөм эшләй, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Икенсе ҡот осҡос осраҡ Бөрйән районында теркәлде. 22 мартта айыу тырнағына эләккән 57 йәшлек ирҙе район дауаханаһына килтерәләр. Табиптар уға шулай уҡ операция яһай, пациенттың хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Асыҡланыуынса, Яңы Усман ауылы уҙаманы йыртҡысҡа урманда ҡайын һуты йыйып йөрөгәндә тап булған.

— Айыуҙан ҡасырға маташҡан. 3 литрлыҡ банкаһы ярылғас, тайыштабан тауыштан ҡурҡҡан, — тип һөйләне Байғаҙы ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.

Бөгөн һунарсылар айыуҙы эҙләй. Йыртҡысҡа һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Берғулиев йыртҡыстарҙың ваҡытынан алда уяныуы, уларҙың агрессив булыуы хаҡында һөйләне.

«Яландарҙа, урмандарҙа ҡар ҡалманы. Кешеләр иркенләп урманға йөрөй башланы. Ҡайһы берҙәр мышы мөгөҙө эҙләй, кемдер ҡайын һуты йыя. Ике осраҡта ла ирҙәр урманға яңғыҙ барған һәм үҙҙәре лә белмәйенсә айыуҙар янына барып сыҡҡан. Йыртҡыстар уларҙың яҡынлашыуын ишетмәй һәм һөжүм итә. Хәҙер иң мөһиме – зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуы», – тип белдерҙе Камил Берғулиев.

Бөгөн БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин айыу һөжүменән зыян күргән ирҙәрҙең хәле тураһында хәбәр итте. Зыян күреүселәрҙең икеһе лә реанимацияла. Тәүге пациент – 62 йәшлек ир ауыр хәлдә. Бөрйән районында йәшәүсенең хәле уртаса. 

Быға тиклем Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йыртҡыс менән осрашҡанда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында һөйләгәйнеләр.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика