04:29 (UTC+5), 19 Марта 2025

Башҡортостандың Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Архангел районында муниципаль кимәлдә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Инйәр йылғаһы ташыу сәбәпле, Аҙау ауылындағы йорттарҙы һыу баҫҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Әле ауылда ҡотҡарыу эштәре бара. Өс төркөм ҡотҡарыусылар йорттар буйлап йөрөй. Урында оператив штаб ойошторолған, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының да тәүлек әйләнәһенә эшләгән штабы бар.

Ауыл ҡарттары әйтеүенсә, йылғаның ошо рәүешле ташыуы тәүге тапҡыр күҙәтелә. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан, БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм район хакимиәтенән 59 кеше һәм 28 берәмек техника йәлеп ителгән. Урында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Иҙрисов һәм Архангел районы башлығы Айрат Сәйетғәлин эшләй. Халыҡты кәмәләр ярҙамында эвакуациялайҙар. Ваҡытлыса урынлашыу пункты булдырылған.

Бөтәһе 42 торлаҡ биләмәһен һыу баҫҡан, унда 62 кеше йәшәй. Һыу кимәле бер метр самаһына күтәрелгән. 103 кешене, шул иҫәптән 17 баланы ваҡытлыса урынлашыу пунктына – ауылдан 11 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Оҙондар ауылындағы мәктәпкә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. 

Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә, тип хәбәр итә ашығыс ярҙам ведомстволары.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-19/v-rayone-bashkirii-vveli-rezhim-chrezvychaynaya-situatsiya-iz-za-pavodka-4162489

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика