17:39 (UTC+5), 19 Март 2025

Ғафури районында ташҡын арҡаһында өйҙәрҙе һүтә башлағандар

Инсаф Хужабирганов

Ғафури районының Иҫке Тайыш ауылында көслө ташҡын арҡаһында Еҙем йылғаһының яры емерелә башлаған. Ауыл халҡы бөгөн хәүеф зонаһында булған бер йортто һүткән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Имәндәш ауыл хакимиәте башлығы Әхнәф Нуғайғолов хәбәр итте.

Ауыл Советы хакимиәте башлығы әйтеүенсә, Еҙем йылғаһы ике яҡтан Иҫке Тайыш ауылын уратып аға.

– Быйыл бер үҙәненә боҙ тығылған, ошо арҡала йылға ағымы бик көслө, бер туҡтауһыҙ яр емерелә. Ярға яҡын урынлашҡан өйҙәр ағып китеүе ихтимал, тип борсола ауыл халҡы. Бөгөн тайыштар бер йортто һүтте. Иртәгә өмә яһап, икенсеһен күсерергә кәрәк буласаҡ, – ти Әхнәф Нуғайғолов.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика