10:19 (UTC+5), 12 Марта 2025

Республикала йәшәүселәрҙе ялған квитанциялар хаҡында иҫкәрттеләр

Фото: Нефтекама полицияһы, телеграм
Дарья Субботина

Полиция республикала йәшәүселәрҙе ялған квитанциялар хаҡында иҫкәртте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы уяу булырға саҡырҙы. Мәҫәлән, 11 мартта кис көнө ҡайһы бер йорттарҙың почта йәшниктәренә «Жилсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте квитанцияларын һалып киткәндәр.

Полиция «Жилсервис»тың «Нефтекама ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы» йәмғиәтенең подрядсы ойошмаһы булыуын һәм квитанциялар таратмауын, иҫәпләгестәрҙе тикшермәүен асыҡланы. «Нефтекама ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең рәсми вәкиле квитанцияларҙың ялған булыуын, торлаҡ хужалығы идаралығының уларға бер нисек тә ҡатнашы булмауын раҫланы.

Граждандарҙан квитанцияла күрһәтелгән телефон һәм штрихкод буйынса түләмәүҙәрен һорайҙар, юғиһә мутлашыусыларҙың «тоҙағына» эләгергә мөмкин. Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре ошо квитанцияларҙы таратҡан кешеләрҙе асыҡлай.

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика