13:17 (UTC+5), 11 Марта 2025

Башҡортостандан йәш ғаилә пары аварияла һәләк булған

Фото: Усмановтар ғаиләһе архивынан
Инсаф Хужабирганов

Бөгөн Хәйбулла районында үткән йәкшәмбе Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе сигендә юл фажиғәһендә һәләк булған ғаилә пары Мария һәм Айнур Усмановтарҙы һуңғы юлға оҙаттылар. Аварияла ҡатындың беренсе никахынан булған бала, ғаилә башлығы үҙ сабыйы итеп ҡабул иткән 9 йәшлек ҡыҙ ғына иҫән ҡала.

Мәғлүм булыуынса, 40 йәшлек Айнур һәм 31 йәшлек Мария бәләкәй ҡыҙҙары менән «Лада Гранта» машинаһында Аҡъяр ауылына табан юл тотҡан. Йорттарына ике саҡрым алыҫлыҡта водитель идара итеү һәләтенә юғалта һәм ЗИЛ йөк машинаһына барып бәрелә. Руль артында булған Айнур авария урынында йән бирә, Мария урындағы дауахананың реанимация бүлегендә мәрхүм була. Уларҙың туғыҙ йәшлек ҡыҙҙарын төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар. Әлеге ваҡытта хәле яҡшы, Сибай ҡалаһы дауаханаһына күсерелгән. Уның етем ҡалыуы йәш ғаиләнең яҡташтарын, хәйбуллаларҙы борсоуға һалған.

Айнур менән Мария өс йыл самаһы бергә ине, улар бик татыу, матур йәшәй ине, тип һөйләй Хәйбуллала йәшәүселәр UFA.AIF.RU агентлығына. Ғаилә башлығы Аҡъярҙа тыуған, һуңғы йылдарҙа бизнес менән шөғөлләнгән, ҡатыны Татырүҙәк ауылынан, иренә эшендә ярҙам иткән. Айнурҙың тәүге никахынан ике бәлиғ булған ҡыҙы ҡалған.

Айнур футбол менән шөғөлләнгән, «Аҡъяр» клубының капитаны була, һуңғы йылдарҙа ветерандар командаһы өсөн сығыш яһай. Мәрхүмде иптәш егеттәре тик яҡшы яҡтан иҫкә ала.

«Бик кешелекле ине, – тип командалаштарының береһе. – Һәр саҡ уның янына барырға, берәй кәңәш һорарға мөмкин ине. Шуға ла уны капитан итеп ҡуйғайнылар ҙа – уның кеүек бер кем дә ойоштора алмай ине».

«Бик йәшләй киттеләр, йәшәргә лә йәшәргә ине бит ҡыуанып», - тип ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлаша Аҡъяр ауылында йәшәүсе Элина.

«Тормоштары яйға һалына ғына башлағайны, китеп барҙылар, - ти Айнурҙың танышы. – Яңы ғаилә, матур мөхәббәт, эштәре шәп бара ине, ишәйергә теләгәйнеләр. Бер мәлдә барыһы ла селпәрәмә килде».

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика