Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.68
0
89.66
0
72.35
-0.41
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
28 Февраль , 10:29

Башҡортостанда 9 машина бәрелешкән

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Бөгөн Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында туғыҙ машина бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы Мәләүез районының Рамадановка ауылы эргәһендәге трассаның 158-се саҡрымында булған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария урынына ҡотҡарыусылар килгән, ҡорбандар юҡ, ике кеше имгәнгән. Уларға беренсе ярҙам күрһәтелгән.

Әле дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был хәлдең сәбәптәрен асыҡлай. Бер һыҙат буйынса реверсив хәрәкәт ойошторолған.

Юлда көслө томан, тип өҫтәнеләр ведомствола. Шуға 146-сы саҡрымдан (Яңы Васильевка) 170-се саҡрымға тиклемге участкала (Салауат) машиналар өсөн ваҡтылса сикләү индерелде.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-02-28/v-bashkirii-na-trasse-r-240-stolknulis-9-mashin-4139634

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: