Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Ғинуар , 14:29

Өфө аэропортында ваҡытлыса сикләү индерелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

«Өфө» аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм сығыуға ваҡытлыса сикләү индерелде. Сара авиация хәүефһеҙлеге сараларын тәьмин итеү өсөн кәрәк. «Башинформ»ға баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, БПЛА хәүефе янай. Рейстар сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылғас башҡарыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 ғинуарҙа ла Башҡортостандың баш ҡалаһында «Ковёр» планы индерелгәйне. Бынан тыш, бөгөн иртән Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында аэропорттар ваҡытлыса ябылды.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-01-14/v-ufimskom-aeroportu-vveli-vremennye-ogranicheniya-4083051

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: