Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Декабрь 2024, 15:27

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе ҡулға алынды

Быға тиклем Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының элекке рәйес вазифаһын башҡарыусы Артур Дәүләтшин ҡулға алынды. Был хаҡта «Башинформ»ға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр итте.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, чиновник ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Бынан алдараҡ ул Радий Хәбировтың указы менән биләгән вазифаһынан бушатылды.

«Башҡортостан Башлығы күп тапҡыр власть органдарында коррупционерҙарға урын юҡ һәм уларға ҡаршы ныҡлы көрәшәсәкмен тип  әйткәйне. Шуға күрә бөгөн Артур Дәүләтшинды Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһынан бушатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Артабан хоҡуҡ һаҡлау һәм тәфтиш органдары закон боҙоу осрағының сәбәптәрен асыҡларға тейеш», — тине республика етәксеһенең матбуғат секретары Диана Сәфәрғәлиева.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-12-24/zaderzhan-byvshiy-i-o-predsedatelya-goszhilstroynadzora-bashkirii-4065315

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас