Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Ноябрь 2024, 17:23

Башҡортостанда пенсионер мутлашыусыларға 5 миллион һум аҡса күсергән

Башҡортостанда 71 йәшлек ир, мутлашыусыларға ышанып, йыйған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аферистар үҙҙәрен Энергия һатыу компанияһы, Роскомнадзор, Росфинмониторинг һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған.

Тәүҙә мутлашыусылар ҡорбаны уларға үҙенең 2 миллион һумын күсергән, һуңынан 1,5 миллион һумға машинаһын һатҡан, аҙаҡ ҡатынының да аҡсаһын биргән.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда мутлашыусы-инкассаторҙар барлыҡҡа килде.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-11-20/pensioner-v-bashkirii-otdal-moshennikam-5-mln-rubley-4016493

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас