Башҡортостанда ҡот осҡос аварияла әсә менән йәш сабыйҙың ғүмере өҙөлгән. Ваҡиға урынына шунда уҡ республика дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов юлланған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Юл фажиғәһе Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 124-се саҡрымында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 36 йәшлек әсә «Лада Гранта» автомобилендә Баҡалынан Туймазы яғына китеп барған саҡта ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Киа Спортейдж» менән бәрелешкән. Аварияла «Лада» водителе һәм уның бер йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған, «Киа»ның 35 йәшлек водителе һәм 64 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.