Тәфтишселәр диверсия менән бәйле Иглин – Дим юлы участкаһында күмер тейәлгән 22 вагондың рельстан сығыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Был мәғлүмәтте Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәтендә раҫланылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башинформ 2024 йылдың 3 ноябрендә төндә Башҡортостанда күмер тейәлгән 22 вагондың ауыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Аварияла зыян күреүселәр юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлде тикшереү башланған.