Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
1 Ноябрь 2024, 15:11

Радий Хәбиров республика яғыулыҡ-энергетика комплексына БПЛА һөжүм итеүенә бәйле оперштаб ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Бөгөн, 1 ноябрҙә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың терроризмға ҡаршы комиссия һәм оператив штабы ултырышын үткәрҙе.

Көн тәртибендә республиканың сәнәғәт объекттарын террористик, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүмдәренән һаҡлау мәсьәләһе торҙо. Ултырышта республиканың көс структуралары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, сәнәғәт объекттары етәкселәре ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе кисә — 31 октябрҙә — Өфөнөң яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына дошмандың өс пилотһыҙ осоу аппараты һөжүме тураһында хәбәр итте.

«Ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ, предприятиелар штат режимында эшләй, — тине Радий Хәбиров. — Оборонаның ҡатнаш системаһын формалаштырыу, күҙәтеү һәм һаҡлау сараларын йәлеп итеү буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәле булып сыҡты. Артабан да предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы тотороҡло һәм ышаныслы һаҡлау мөһим. Сәнәғәтебеҙҙе һаҡлау кимәлен күтәреү буйынса өҫтәмә сараларҙы тикшерергә кәрәк».

Кисә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткән ваҡытта республиканың оператив хеҙмәттәре үҙ бурысын яуаплы башҡарҙы, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров предприятие етәкселәренә мөһим сәнәғәт объекттарын террористик һөжүмдәрҙән һаҡлауҙы ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Һеҙҙең бурысығыҙ — бының өсөн тейешле саралар күреү. Республика, һис шикһеҙ, ошо йәһәттән ярҙам күрһәтергә әҙер», — тине Башҡортостан Башлығы.

Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостан сәнәғәт предприятиеларының хәүефһеҙлеген арттырыу тәҡдимдәрен тикшерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-11-01/radiy-habirov-sobral-opershtab-v-svyazi-s-atakoy-bpla-na-tek-bashkirii-3992855

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас