Кисә кискеһен Күгәрсен районында юл фажиғәһе теркәлгән.Магнитогорск – Ира автомобиль юлының 326-сы саҡрымында «УАЗ» Hyundai Accent менән бәрелешкән. Беренсе машина рулендә – 66 йәшлек, икенсеһендә 61 йәшлек ир булған.
Сит ил автомобиле водителе һәм уның ике пассажиры авария урынында йән биргән. «УАЗ» водителе һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Бөгөн иртән Башҡортостан Республикаһы дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «УАЗ» пассажиры медицина учреждениеһында яҡты донъя менән хушлашҡан.