Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
21 Октября 2024, 05:44

Өфөлә лицейҙан уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ашығыс рәүештә эвакуациялайҙар

Ксения КалининаКсения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Бөгөн иртән Өфөнөң 107-се лицейынан уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ашығыс рәүештә эвакуациялағандар. Урынға экстрен хеҙмәт вәкилдәре, шул иҫәптән кинологтар килгән. Улар мәктәпте тикшерә. «Башинформ»ға үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, быға интернетта билдәһеҙ уҡыусы таратҡан хәбәр сәбәпсе. Йәнәһе лә иптәштәре уны йәберләгән, шуға ул барыһынан да үс алмаҡсы булған.

Көс ведомстволарының матбуғат хеҙмәттәре әлегә комментарий бирмәй.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-10-21/v-ufe-iz-litseya-ekstrenno-evakuirovali-uchaschihsya-i-sotrudnikov-3976355

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас