

Башҡортостандың элекке транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов судҡа тиклемге килешеү төҙөнө һәм икенсе фигурант тураһында мәғлүмәттәр бирҙе. Был хаҡта судтағы тәфтишсегә һылтанма менән РИА Новости телеграм-каналында хәбәр ителә. Май айында ҡулға алынған экс-чиновник ришүәт алыуҙа ғәйебен таныны, тиелә унда.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, тәүтикшереү барышында Александр Клебановтың транспорт һәм юл хужалығы министры, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булған ваҡытта «Киви» йәмғиәте етәкселегенән дөйөм ҡурсалау өсөн 5 миллион һум ришүәт алыуы асыҡланды. Элекке чиновник 7 октябргә тиклем өйҙә һаҡ аҫтында ултыра.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Тәфтиш комитеты Башҡортостандың вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.