Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Сентябрь 2024, 14:15

Күмертауҙа ирекмәндәр 13 йәшлек Снежана Латипованы эҙләй

Күмертауҙа ирекмәндәр 13 йәшлек Снежана Латипованы эҙләй. Уҡыусы ҡыҙ 26 сентябрҙә мәктәптән һуң өйөнә ҡайтмаған, тип хәбәр итте ирекмәндәр «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «ARTUS эҙләү-ҡотҡарыу отряды» төркөмөндә.

Снежана ҡыҙыл куртка, күк төҫтәге спорт салбары, кроссовки кейгән булған. Баланың билдәләре: буйы 150 сантиметр, ябығыраҡ кәүҙәле, һорғолт сәсле, яурынына тиклем, ҡуңыр күҙле.

Ҡыҙ аҡһыл көрән шопер, күк пакет тотҡан.

«Әгәр уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8-937-49-05-100, 102 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ»,  — тип мөрәжәғәт итте ирекмәндәр.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-09-27/v-bashkirii-volontery-soobschili-o-poiskah-12-letney-snezhany-latypovoy-3946914

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас