Кисә Благовар районында ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияла инә ҡабан һәм уның өс балаһы һәләк булған. Республика Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, зыян суммаһы 80 мең һум тәшкил иткән.
«Башинформ» йыл башынан Башҡортостан юлдарында 75 ҡырағай йәнлектең һәләк булыуын хәбәр иткәйне. Ведомствола юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау өсөн тиҙлек режимын үтәргә кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр, айырыуса «ҡырағай хайуандар» тигән махсус билдәләр ҡуйылған участкаларҙа. Водителдәргә фажиғә урынын ҡалдырып китеү тыйыла, законға ярашлы, автоһәүәҫкәр йәнлектәр донъяһы объекттарына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш.
https://www.bashinform.ru/news/law/2024-09-26/v-dtp-v-bashkirii-postradali-neskolko-kabanov-3945635