Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
11 Сентябрь 2024, 17:22

Өфөлә мигранттарҙы хәрби иҫәпкә ҡуйыу дауам итә

Рәсәй Тәфтиш комитетының Өфө гарнизоны буйынса хәрби тәфтиш бүлеге
Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының Өфө гарнизоны буйынса хәрби тәфтиш бүлеге

Рәсәй Тәфтиш комитетының Өфө гарнизоны буйынса хәрби тәфтиш бүлеге тәфтишселәре йәнә республиканың баш ҡалаһында иҫкәртеү рейдтары үткәрҙе. Улар гражданлыҡ алған сит ил граждандарын уларҙың эш урындарында тикшерҙе.

«Йәмғеһе 105 граждандың шәхесе һәм илебеҙҙә йәшәргә хоҡуғы булыу-булмауы тикшерелде. Быға тиклем Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алған дүрт граждан хәрби иҫәпкә ҡуйыу өсөн хәрби комиссариатҡа ебәрелде», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Башҡа мигранттарға иһә Рәсәй гражданлығын алған осраҡта йәшәгән урын буйынса хәрби иҫәпкә торорға кәрәклеген аңлаттылар. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндә уларҙың гражданлыҡ алыу мөмкинлеге бар.  

Бынан алдараҡ Башҡортостан депутаттары миграция сәйәсәтен көсәйтеүҙе яҡлап сығыш яһағайны.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-09-11/v-ufe-migrantov-prodolzhayut-stavit-na-voinskiy-uchet-3925418

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас