Бөгөн көндөҙ Өфөнөң 6-сы лицейына бер ир килеп ингән. Ул уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡурҡытҡан, кемдер эвакуацияланып өлгөргән. Ошо хәлдең шаһиты төшөргән видеола Росгвардия хеҙмәткәрҙәренең ирҙе алып сығып килеүе күренә.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенан хәлгә аңлатма бирҙеләр.
«Яҡынса мәғлүмәт буйынса, көндөҙгө сәғәт 12 тирәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 6-сы полиция бүлегенә Комсомол урамындағы 6-сы лицейға билдәһеҙ ирҙең килеп инеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ирҙе полиция бүлегенә алып килгән. Ул 1975 йылғы Өфө кешеһе булып сыҡҡан. Үҙе менән хәүефле предметтары булмаған. Ир ауыр сирҙән яфалана, бәлки, шуғалыр ҙа ни ҡыланғанын аңламай. Уны туғандары килеп алған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип белдерҙеләр ведомствола.