Ростов өлкәһендә 454-се Новороссийск – Өфө поезының вагонында ут сыҡҡан. Вентиляция янып киткән. Төньяҡ Кавказ тимер юлының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғын Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 8 тула 20 минутта Мелиоративный станцияһында башланған. Зыян күреүселәр юҡ. 40 минуттан һуң, сәғәт 9-сы 20 минутта, ут һүндерелгән. Әле уның сәбәптәре асыҡлана. Ә пассажирҙарҙы башҡа буш урындарға күсереп ултыртҡандар.
Поезд, 2 сәғәт 36 минутҡа һуңға ҡалып, юлын артабан дауам иткән.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфө – Адлер поезының аварияға осрауы хаҡында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/law/2024-09-02/ufimskiy-poezd-zagorelsya-po-puti-s-yuga-3908044