Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
23 Август 2024, 13:58

Республикала өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә водитель һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы

Башҡортостанда өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә водителдең ғүмере өҙөлгән. Авария көндөҙ Дүртөйлө районында Р-240 автомобиль юлының 97-се саҡрымында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора» рулендәге 28 йәшлек ир ҡаршыға килгән УАЗ, һуңынан «Лада Гранта» менән бәрелешкән.

«Юл-транспорт ваҡиғаһында «Гранта» водителе, Ағиҙел ҡалаһынан 54 йәшлек ҡатын, алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. «Приора» водителе дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр ителәр республика дәүләт автоинспекцияһынан.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-08-23/v-bashkirii-v-dtp-s-tremya-avtomobilyami-pogibla-voditelnitsa-3896488

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас