

Нефть эшкәртеү заводындағы янғында зыян күргән эшселәр Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһына килтерелгән. Уларҙың барыһы ла реанимацияла ята. Табиптар ике пациенттың хәлен ауыр, өсөнсөһөнөң иһә үтә ауыр тип баһалай. Уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә.
«1-се ҡала дауаханаһы белгестәре санитар авиация линияһы буйынса Республика тән бешеү үҙәгенең табип-комбустиологтары менән бәйләнешкә ингән. Әлеге ваҡытта пациенттарға тикшереү үткәрелә, уларҙы дауалау тактикаһы билдәләнә. Шулай уҡ федераль үҙәк менән телемедицина консультациялары үткәреү күҙаллана», – тип хәбәр итте Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Мария Апкаримова.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 50, 44 һәм 36 йәшлек ир-егеттәр йәрәхәтләнгән.
Тәфтишселәр шул ваҡытта урынына юлланған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, тип билдәләнеләр Тәфтиш комитетында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.