12 августа Яр Саллы ҡалаһы янында М-7 трассаһында авария теркәлә. «Форд» водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Ситрак» йөк машинаһы менән бәрелешә. ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, автомобиль водителе руль артында йоҡлап киткән.
Мәғлүм булыуынса, Салауат районынан ике ғаилә Мәскәүҙән ҡайтып барған. Аварияла Гусевка ауылынан 42 йәшлек Сергей Чертов һәм уның ҡәйнәһе, оҙаҡ йылдар социаль хеҙмәткәр булып эшләгән Любовь Юдина һәләк булған.
Водителдең ҡатыны ҡаты ауыр йәрәхәттәр алған, ул дауаханала. Ете айлыҡ бәпестәре реанимация бүлегенә оҙатылған. Алда ултырған өлкән улы еңелсә йәрәхәттәр алған.
Бынан алда «Башинформ» Бүздәк районында аварияла ике кеше һәләк булыуы хаҡында яҙғайны.
Автор: Ләйсән Закирова
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.