
10 августа Стәрлетамаҡ вагон ремонтлау заводында ғәҙәттән тыш хәл була. 25 йәшлек завод хеҙмәткәре производство йәрәхәте алып, ике аяғын да юғалта. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ремонтланған вагондарҙы күсмә составты ремонтлау цехынан сығарған ваҡытта егеттең аяғы тайып китеп, хәрәкәт иткән вагон аҫтына инеп китә. Ауыр йәрәхәт алған егет 1-се ҡала дауаханаһына оҙатыла.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ваҡиға сәбәптәрен тикшерә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы торлаҡ йортта газ шартлау сәбәбен атаны.
Автор: Ләйсән Закирова
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.