Башҡортостанда йәнә туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Урыны менән күк күкрәүе, төндә һәм иртән юлдарҙа томан, күреү мөмкинлеге 500 метр йәки унан да кәмерәк, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтендә.
Алдағы төндә көслө ямғыр арҡаһында Стәрлебаш районының Тормай ауылында юлды һыу баҫҡан. Шулай уҡ алты ихата һыу аҫтында ҡалған. Халыҡ ситкә күсеүҙән баш тартҡан. Һыуҙы ағыҙыу өсөн экскаватор соҡор ҡаҙған, йортарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең ихатаһынан ағыҙыу каналдары ҡаҙған. Һөҙөмтәлә ике сәғәттә участкалар һыуҙан таҙартылған.
Шулай уҡ Стәрлебаш ауылында көслө 408 квадрат метр майҙандағы бинаны ҡыйыҡһыҙ ҡалдырған. «Төбәк электр селтәрҙәре» (РЭС) административ бинаһының ҡыйығы емерелгән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, тип билдәләнеләр ведомствола.
Бынан алда Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандағы йылғаларҙағы һыу кимәле хаҡында хәбәр иткәйне.
Автор: Дарья Субботина