Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
71.61
-0.36
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Август , 09:59

Башҡортостанда керамика заводында эшсе ҡулын ҡырҡтырған

Башҡортостан буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Бәләбәй ҡалаһында «Керамика» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә 44 йәшлек хеҙмәткәрҙең производствола имгәнеү осрағын тикшерә. Инспекцияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был хәл 1 августа кирбес етештереү цехында булған. Конвейерҙы таҙартҡан мәлдә операторҙың һул ҡулы транспорт лентаһы һәм барабан араһына ҡыҫылған. Ҡулы ҡырҡылған эшсене Бәләбәй үҙәк район дауаханаһына алып китәләр.

Тикшереү барышында ваҡиға шарттары һәм сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип билдәләнеләр төбәк Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

Автор: Дарья Субботина

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-08-07/v-bashkirii-rabotnik-keramicheskogo-zavoda-lishilsya-ruki-3875722

Читайте нас: