Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
71.61
-0.36
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
6 Август , 17:48

Башҡортостанда ҡотҡарыусылар Ағиҙелдән ике ирҙе сығарған

Дүртөйлө ҡалаһында ике ир-уҙамандың кәмә моторы боҙолған. Шул уҡ ваҡытта уларҙың янында ишкәктәр ҙә, ҡотҡарыу жилеттары ла булмаған.

Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар яҡында булған. Улар Ағиҙел йылғаһында профилактик рейд үткәреп йөрөгән һәм ирҙәрҙе тиҙ арала ярға сығарған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртә: әгәр ғәҙәттән тыш хәл шаһиты булһағыҙ йә үҙегеҙ ашығыс хеҙмәттәрҙең ярҙамына мохтаж булһағыҙ, «112» номерына шылтыратырға кәрәк.

Автор: Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-08-06/v-bashkirii-spasateli-evakuirovali-dvuh-muzhchin-na-reke-beloy-3875262

Читайте нас: