

Башҡортостанда «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексында хеҙмәткәрҙәр бөгөнгө төндө айыуҙарҙы баҫтырып үткәргән.
«Беҙ кис килеп еттек, айыуҙарҙы күҙәтеү өсөн һәр беребеҙ уңайлы урын алдыҡ. Көтөлмәгәнсә булды – айыуҙар күберәк ине – кәмендә өсәү. Беҙҙең алдыбыҙҙа хәҙер ҡатмарлы бурыс тора – айыуҙар кешенән ҡурҡмай, уларҙы ҡурҡытыу ваҡытлыса ғына. Оҙаҡламай хайуандар яңынан пәйҙә була һәм ҡунаҡ йорттарына, сүп-сар һауыттарына, умарталарға яҡынлай. Йыртҡыстар ҡунаҡтарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе бик ҡурҡыта, улар ҡараңғыла бинанан сыҡмай. Яңыраҡ бер тайыштабан ҡунаҡтарҙың ҡотон алғайны. Икенсеһе, сүп-сар контейнерҙарын түңкәреп, ҡурсаулыҡ биләмәһендә аҙыҡ эҙләп йөрөгән. Уларҙың ҡарбуз һәм ҡауын ҡалдыҡтарын эҙләп килеүенә инандыҡ. Юлда ләүәш киҫәге ята ине, айыу уларҙы юл буйында ашаған», – тип борсолоуҙары менән уртаҡлашты «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев.
Район хакимиәте һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы был мәсьәләне хәл итер, тип өмөтләнә директор.
Быға тиклем йәш айыуҙың сүп-сар һауытынан ҡауын урлауы хаҡында яҙғайныҡ.
Автор: Дарья Субботина
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.