Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
5 Август 2024, 10:43

Өфөлә ҡотҡарыусылар мартта юғалған Дамир Әҙеһәмовты бишенсе ай эҙләй

Өфөлә ҡотҡарыусылар март айында дуҫы менән бергә юғалған Дамир Әҙеһәмовты 128-се эҙләү көнөнә йомғаҡ яһаны. Бер үҫмерҙең кәүҙәһен май аҙағында Дежнев баҫҡысы янында тапҡайнылар. Әле икенсе баланы эҙләү дауам итә. 4 августа Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре кәмәлә 48 саҡрым һыу майҙанын һәм Ағиҙел йылғаһының яр буйҙарын тикшерҙе. Әлегә һөҙөмтәһеҙ.

Шулай уҡ «Башинформ» агентлығының мәҡәләһен дә уҡығыҙ - «Лиза-Алерт» отряды Дамир Әҙеһәмовты эҙләүҙе туҡтатырға уйламай».

Автор: Дарья Субботина

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-08-05/v-ufe-spasateli-pyatyy-mesyats-ischu-propavshego-bez-vesti-14-letnego-damira-adigamova-3872743 

Читайте нас