

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ташҡындан һуң юлдарҙы һәм күперҙәрҙе тиҙ һәм һөҙөмтәле тергеҙергә ҡушты.
«Мөмкин булғанын тиҙ арала тергеҙегеҙ. Ҡалғанын графикка ҡуйып, муниципалитет башлыҡтары менән эшләргә кәрәк. Улар халыҡҡа ҡасан аҡса буласағын, емерелгән күперҙәрҙе, юлдарҙы ҡасан ремонтлай башлаясаҡтарын аңлатырға тейеш», – тине Радий Хәбиров. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һауа торошона бәйле, беҙҙе бер яҡшылыҡ көтмәй. Беҙ һәр ваҡыт, ямғыр юҡ, тип зарландыҡ, әммә хәҙер, дөрөҫөн әйткәндә, нимә эшләргә белмәйбеҙ. Ҡалала төҙөкләндереү туҡтап ҡалды, сөнки хеҙмәткәрҙәр эшкә сыға алмай. Өфөнөң яртыһын ҡаҙып бөттөләр, ә барыһы ла бер урында тора. Был да ҙур проблема».
Быға тиклем Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова Башҡортостанда ташҡында 22 саҡрым юл, 18 күпер, 3 һыу үткәргес торба зыян күреүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Автор: Дарья Субботина
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.