Өфөлә ҡотҡарыусылар март айында юғалған үҫмерҙе эҙләүҙең 124-се көнөнә йомғаҡ яһаны. Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре кәмәлә 48 саҡрымлыҡ һыу майҙанын һәм Ағиҙел йылғаһының яр буйҙарын тикшергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтәһеҙ.
Шулай уҡ «Башинформ» агентлығының мәҡәләһен уҡығыҙ — «113-сө көн: «ЛизаАлерт» отряды Дамир Әҙиһәмовты эҙләүҙе туҡтатырға йыйынмай».
Автор: Дарья Субботина