

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексында артыҡ ҡыҙыҡһыныусан, ғәмһеҙ йәш айыу пәйҙә булған. Йыртҡыс ваҡыты-ваҡыты менән килеп сыға ла, бер аҙға юғалып тора, ә бөгөн кис ул кешеләрҙе ҡурҡытып маташты.
Дәүләт инспекторы Кирилл Евстегнеев постта дежурҙа торған һәм тайыштабандың төнгө мажараларына шаһит булған.
«Баҡтиһәң, айыу музейға һәм экскурсия комплексына Ағиҙел йылғаһынан килгән, ҡурсаулыҡ экскурсоводтары йәшәгән йорт янынан үткән. Улар миңә шунда уҡ хәбәр иттеләр. Йыртҡысты ҡыуа башланым, ә ул тау яғына урманға инеп китте. Күп тә үтмәне, яҡындағы ҡунаҡхананан шау-шыу, ҡысҡырыуҙар ишеттем. Шул саҡ аңланым: айыу сүп-сар һауытын ҡолатҡан һәм унан ҡауын алған. Был хәл 01.20 төнгө сәғәттә булды. Артабан йәнлек тарихи-мәҙәни музей яғына юлланды», – тине Кирилл Евстегнеев.
Экологик белем биреү, пропаганда һәм мәғлүмәт секторы начальнигы Ләлә Хәйбуллина граждандарға хайуанды ашатырға, уға яҡын барырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртә. Аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын туҡталыштар һәм йорттар янында төнгә ҡалдырмағыҙ.
«Осрашҡанда ситкә ҡарамағыҙ, әкрен генә сигенегеҙ, тыныс булығыҙ. Әгәр ниндәйҙер йыртҡыс һеҙгә табан йүнәлә икән, уның ҡылығын туҡтап, күҙәтеп торорға кәрәк. Белгестәр йүгермәҫкә, ағасҡа менмәҫкә кәңәш итә – айыуҙар быларҙың барыһын да кешеләргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ башҡара – һеҙ ҡотола алмаясаҡһығыҙ, һөжүмде ҡуҙғытасаҡһығыҙ. Уға бер нимә лә ырғытмағыҙ һәм ҡысҡырмағыҙ, әммә тигеҙ тонда һөйләшергә, киреһенсә, хайуанды тынысландырырға кәрәк», – тип кәңәштәре менән уртаҡлашты «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексы хеҙмәткәре.
Быға тиклем Башҡортостанда «бокс» менән шөғөлләнгән айыу камера тоҙағына эләккәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.