06:43 (UTC+5), 31 Июля 2024

Башҡортостанда мотоцикл һәм мопед ҡатнашлығындағы авария үҫмерҙәр һәләк булған

хабар районында мотоцикл һәм мопед ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәһендә бәлиғ булмаған ике водитель һәләк булған. Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, фажиғә төндә Шабағыш ауылының Тыныслыҡ урамында теркәлгән. Бында Racer мотоциклы менән ҡаршы килгән Vento мопеды бәрелешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 16 һәм 17 йәшлек водителдәр авария урынында һәләк була.

Йәштәрҙең водитель таныҡлығы булмағанлығы  билдәле.

«Хөрмәтле ата-әсәләр, балағыҙға юғары хәүефле транспорт менән файҙаланырға рөхсәт итеп, һеҙ аңлы рәүештә уның ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ. Һеҙҙең битарафлығығыҙ, был осраҡтағы кеүек, ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал», — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов. «Ата-әсәләрҙең бындай мөнәсәбәте уларҙың яуаплылығына һәм юл хәрәкәте ҡануниәте талаптарын үтәүгә хоҡуҡи баһа биреүҙе талап итә, мотлаҡ тикшереү үткәреләсәк».

Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мотоцикл һәм мопед менән булған авария буйынса тикшереү ойошторолған.

«Прокуратура бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерәсәк һәм ата-әсәләрҙең үҙ бурыстарын үтәүенә ҡарата баһа бирәсәк. Артабан ҡануниәтте боҙоу факттары асыҡланған осраҡта тейешле саралар күреү ҡарала. Күҙәтеү ведомствоһы фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлауҙы, шулай уҡ тишереү барышын һәм һөҙөмтәләрен контролгә алды», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Автор: Дарья Субботина

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-07-31/v-bashkirii-vo-vstrechnom-dtp-razbilis-nesovershennoletnie-mototsiklist-i-mopedist-3868104

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика