«Ҡатынды нейрохирург һәм травматолог ҡараны. Уның күкрәк ситлеге имгәнгән. Турист стационарҙа ҡалыуҙан баш тартҡан, амбулатор шарттарҙа дауалана», — тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ир гаражда ҡул аҫтындағы деталдәрҙән дельтаплан эшләгән һәм кисә Торатауҙа һынап ҡарамаҡсы булған. Һөҙөмтәлә ул шихан битләүендә торған ҡатынға бәрелгән. Зыян күреүсе үҙаллы хәрәкәт итә алмаған. Ваҡиға урынына саҡырылған ҡотҡарыусылар тауға менгән һәм ҡатынға тәүге ярҙам күрһәткән. Уны ирекмәндәр ярҙамында носилка менән аҫҡа төшөргәндәр. Был осраҡта ҡотҡарыусыларға баҫҡыс бик ярҙам иткән. Турист Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған.