Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Июль 2024, 16:11

Башҡортостанға ҡойма ямғырҙар килә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын, алдағы тәүлектә ҡойма ямғырҙар, күк күкрәүе, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә, тип иҫкәртә.

Көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төньяҡ һәм көнбайыш райондарҙа көслө ямғырҙар яуасаҡ, урыны менән йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан секундына 8-13 метр, йәшен ваҡытында секундына 18 метрға тиклем етәсәк. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +22,+27°.

Айырым юл участкаларында күреү мөмкинлеге 1-2 саҡрымдан кәмей, төндә һәм иртән томан төшкәндә 500-1000 м-ға күреү һәләтенең насарайыуы күҙаллана.

Автор: Дарья Субботина.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-30/na-bashkiriyu-vnov-obrushatsya-silnye-dozhdi-mchs-3867372

Читайте нас