

Кисә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Бөрйән районының Иҫке Собханғол һәм Мәндәғол ауылдары араһында 35 кешенән торған туристик төркөмдөң Ағиҙел йылғаһы буйлап катамарандарҙа йөҙөүе хаҡында хәбәр килгән. «Ҙур амфитеатр ҡаяһы» эргәһендә Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе 50 йәшлек ир катамарандан ҡолап төшкән. Турист ҡотҡарыу жилеты кеймәгән, һөҙөмтәлә шунда уҡ һыу аҫтына киткән.
«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отрядынан бер төркөм ҡотҡарыусылар ирҙе эҙләй. Әлеге мәлдә эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй», — тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса матбуғат хеҙмәтенән.
Бынан алда Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы граждандарҙан туристик походтарҙы һәм йылға буйлап ағып төшөүҙе кисектереп торорға ҡушҡайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.