Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Июль , 11:27

Хәйбулла районында ямғыр яуыуы сәбәпле «Юбилей» карьерының эше туҡтатылды

Хәйбулла районында көслө ямғыр яуыуы сәбәпле «Юбилей» ятҡылығына һыу төшкән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн карьер етәкселеге эште туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Зыян күреүселәр юҡ. Һыу баҫыу хәүефе янамай, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәлде Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы контролдә тота.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-07-25/v-bashkirii-iz-za-dozhdey-prekraschena-rabota-kariera-yubileynyy-3862011

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: