
Хәйбулла районының Оло Арыҫланғол ауылында дауыл сығып, ҡойма ямғыр яуған. Район башлығы хәбәр итеүенсә, 20-гә яҡын ағас ауған, ауыл эсендәге бәләкәй күпер, ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы емерелгән, электр уты һүнгән. Бәхеткә күрә, йорттар һәм халыҡ зыян күрмәгән, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.
«Беренсе мөрәжәғәттәрҙән үк электриктар ремонт эштәренә тотондо, ауыл старостаһы Вәлит Аралбаев трактор менән ауыл биләмәһен юлға төшкән ағастарҙан таҙарта башланы. Артабан эштәрҙе башҡарыу һәм ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн К-708 тракторы һәм МАЗ автомашинаһы ебәрелде», - тип яҙа муниципалитет етәксеһе социаль селтәрҙә.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.