Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.75
+0.02
91.03
+0.02
62.51
+0.52
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Июль 2024, 15:47

Ейәнсурала йылғанан мәйет ятҡан машинаны сығарғандар

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Ейәнсура районында юғалған ир һыуға батҡан машинала табылған. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 4 июлдә полицияға 1981 йылғы ир-егеттең юғалыуы тураһында ғариза килгән. Оло Ыҡ йылғаһында, Яңы Павловка ауылынан 700 метр алыҫлыҡта, эҙләү эштәрен алып барғанда бөгөн шул ирҙең «ВАЗ-2114» автомобиле табылған.

Ваҡиға урынына водолаздар юлланған. Әммә юлда саҡта уларға полицейскийҙарҙың һәм урында йәшәүселәрҙең мәйетте һыуҙан сығарыуҙары тураһында хәбәр иткәндәр.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-07-09/v-bashkirii-iz-reki-dostali-mashinu-s-trupom-3840990

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас