Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
0
99.72
0
71.06
-1.63
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
8 Июль , 17:14

Башҡортостанда олатай үҙенең ейәнен тапатҡан

Башҡортостандың Дәүләт автоиснпекцияһы
Фото:Башҡортостандың Дәүләт автоиснпекцияһы

Туймазы районында йәшәгән ғаиләлә бәхетһеҙ осраҡ булған. «Башинформ»ға үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, олатай кеше йорт алдында торған машинаһы менән артҡа биргән саҡта шул тирәлә уйнап йөрөгән өс йәшлек ейәнен тапатҡан.

Малайҙы ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауыр йәрәхәттәр алған, табиптар күпме тырышһа ла, баланы ҡотҡара алмаған.

«Бөгөн реанимацияла йән биргән. Йәрәхәттәре үтә ауыр булған», — тип белдерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-07-08/v-bashkirii-dedushka-zadavil-sobstvennogo-vnuka-3839538

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: