07:02 (UTC+5), 21 Июня 2024

Өфөлә рөхсәт ителмәгән урында йылғаға сумған үҫмерҙе ағым ағыҙып алып киткән

Фото: Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

20 июндә кискә ҡарай Өфөнөң Инорс биҫтәһендә һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, бер төркөм үҫмерҙәр Ҡариҙелгә һыу инергә килгән.

«Малайҙарҙың береһе бетон стенанан йылғаға һикергән һәм тәрәнгәрәк ингән. Уны шунда уҡ ағым ағыҙып алып киткән. Күпмелер ваҡыттан һуң ул бөтөнләй күҙҙән юғалған. Шул саҡта ғына иптәштәр ашығыс хеҙмәттәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Әйткәндәй, фажиғә булған урында һыу инеүҙе тыйған ике аншлаг ҡуйылған.

Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикабыҙҙа 25 кеше һыуға батҡан. 1 июндән 21 ир-егет, өс ҡатын-ҡыҙ һәм бер үҫмерҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарғандар, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-06-20/v-ufe-podrostka-nyrnuvshego-v-reku-v-nepolozhennom-meste-uneslo-techeniem-3816684

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика