
Сибай медицина колледжында ыҙғыш ҡупҡан. 19 йәшлек студент практика ваҡытында бер төркөмдә уҡыған ҡыҙҙы туҡмаған. Был хәл видеоға эләккән. Кадрҙа күренеүенсә, ятаҡта егет ҡыҙҙы үлтереү менән янай, һуңынан уға йоҙроғо менән бер нисә тапҡыр һуға.
Студент егет төшкө аш ваҡытында оҙағыраҡ ял итергә теләгән һәм төркөмдәштәренә был хаҡта бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡан. Тик бер ҡыҙ ризалашмаған. Шуға ул ҡыҙҙы йәмһеҙ һүҙҙәр менән йәберләй башлаған, йоҙроғо менән һуғырға ла тартынмаған. Хәҙер уның ҡылығын полиция тикшерә.
«19 йәшлек ҡыҙ Сибай ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә уҡыу йорттарының береһендә 19 йәшлек танышының үҙен туҡмауы тураһында ғариза яҙған. Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене тотҡан. Егет ғәйебен таныған. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара. Уға суд-медицина экспертизаһына йүнәлтмә бирелгән, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.