Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Июнь 2024, 14:27

Республика райондарының береһендә 55 һарыҡты һәм бер һыйырҙы йәшен атҡан

социаль селтәрҙәр
Фото: социаль селтәрҙәр

Кисә Әбйәлил районында дауыл ҡупҡан. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, көслө ел төҙөлөп ятҡан бер нисә йорттоң, шулай уҡ мәктәптәрҙең ҡыйығын алып ташлаған.

«Сиҙәм ауылында яуған боҙ-борсаҡ баҡсаларға ғына түгел, сайдинг менән көполәнгән йорттарға ла зыян килтергән», — тип хәбәр ошо хәлдең шаһиты һәм ваҡиға урынынан фотоһүрәттәре менән уртаҡлаша.

Туйыш ауылында иһә 55 һарыҡты һәм бер һыйырҙы йәшен атҡан. Көтөүсе иҫән ҡалған.

«Башинформ» Әбйәлил районындағы тәбиғәт ғәрәсәтенә бәйле комментарий алыу өсөн Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Ведомствола хәлгә аңлатма бирҙеләр.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-06-18/v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-molniey-ubilo-55-ovets-i-odnu-korovu-3812724

«Уфа с огоньком» телеграм-каналы
Фото: «Уфа с огоньком» телеграм-каналы
Автор: Дарья Субботина
Читайте нас