

Башҡортостанда кисә төндә юл фажиғәһендә ҡырағай йәнлек һәләк булған. «Башинформ»ға республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө - Иглин - Ҡыҙылъяр юлының 51-се саҡрымында «Дэу Джентра» автомобиленең 36 йәшлек водителе ҡапыл юлға килеп сыҡҡан мышыны бәрҙергән.
Кешеләр араһында ҡорбандар юҡ, ләкин малҡай урында уҡ йән биргән. Автомобилдең алғы яғы ныҡ йәмшәйгән, тәҙрәһе ватылған.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен тикшерә.
Ошо көндәрҙә Өфөлә күп машина ҡатнашлығындағы аварияла алты йәшлек бала йәрәхәтләнгән.
https://www.bashinform.ru/news/law/2024-06-04/v-bashkirii-pod-kolesami-inomarki-pogib-los-3797466


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.