Асҡын районында 31 майҙа иртән юл фажиғәһе теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Яугилде - Щучье Озеро автомобиль юлының 36-сы саҡрымында ҡапма-ҡаршы килгән Hyundai Creta менән Hyundai Accent бәрелешкән. Hyundai Accent водителе, 34 йәшлек Ҡариҙел районы егете ашығыс ярҙам килгәнсе үк йән биргән. Икенсе водитель дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.
Видео 18+