Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.99
+0.08
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
31 Май 2024, 11:18

Башҡортостанда автомобиль велосипедтағы ҡыҙҙы тапатҡан

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы видеоһынан скриншот
Фото:Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы видеоһынан скриншот

Мәләүездә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бала ҡатнашлығындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай. Авария кисә киске сәғәт һигеҙ тирәһендә булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Баҡалынан 27 йәшлек ир йорт ихатаһында велосипедта йөрөгән ете йәшлек ҡыҙыҡайҙы тапатҡан.

Ауыр йәрәхәтләнгән бала дауаханаға оҙатылған. Киске сәғәт туғыҙҙарҙа ул аңына килә алмайынса медицина учреждениеһында йән биргән, тип хәбәр итә Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-05-30/v-bashkirii-7-letnyaya-devochka-na-velosipede-skonchalas-posle-naezda-avtomobilya-3792285

Автор:Рөстәм Сәғитов
Читайте нас: