

Өфөлә 2024 йылдың 30 мартында юғалған 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты эҙләү эше дауам итә. Малай һаман табылмаған. «Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре, полиция һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре уны ике айға яҡын эҙләй.
«Әгәр һеҙ уның ҡайҙалығы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, «ЛизаАлерт»тың тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8(800)700-54-52 номерына шылтыратығыҙ йәки төркөмгә яҙығыҙ», — тип мөрәжәғәт итә ирекмәндәр.
Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә 59-сы эҙләү көнөнә йомғаҡ яһанылар.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, ошо көндәрҙә Өфөнөң Еңеү паркы яғындағы Ағиҙел йылғаһында табылған малайҙың мәйетен ата-әсәһе таныған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.