Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
21 Май 2024, 11:03

Башҡортостанда хужабикәне һыйыры һөҙөп үлтергән

«Абзелил» гәзите
Фото: «Абзелил» гәзите

Әбйәлил районының Селивановка ауылында һыйыр хужабикәһен һөҙөп үлтергән. «Салауат ерендә» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, һыйыр яңыраҡ быҙаулаған. 74 йәшлек хужабикә уны һауып, һарайҙан сығып барғанда малҡай артынан килеп һөҙгән. Ҡатын ергә ҡолаған, ләкин һыйыр оторо ярһып, уны тапай, һөҙә башлаған.

Әсәһен ҡысҡырыуын ишетеп ҡалған улы һыйырҙы ҡыуып ебәргән һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтыратҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмағандар, ҡатын ауыр йәрәхәттәрҙән йән биргән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-05-21/v-bashkirii-korova-ubiytsa-zabodala-hozyayku-3775815

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас