07:51 (UTC+5), 06 Мая 2024

Юл фажиғәһенә тарыған ике ғаилә гимнастика буйынса ярышҡа китеп барған

Фото: "Минең Башҡортостан" порталы
Дарья Субботина

Салауат ҡалаһынан ике ғаилә Ырымбур өлкәһендә аварияға осраған. Башинформ хәбәр иткәнсә, дүрт кешенең, шул иҫәптән бер баланың ғүмере өҙөлгән. "Минең Башҡортостан" порталы мәғлүмәттәре буйынса, ҡорбандар араһында кредит ойошмаларының береһендә эшләгән 36 йәшлек хеҙмәткәр ҙә бар. Уның коллегалары социаль селтәрҙә туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Ике ғаилә лә гимнастика буйынса ярышҡа китеп барған. Юл фажиғәһендә 30 йәшлек ир, уның 30 йәшлек ҡатыны һәм 9 йәшлек ҡыҙҙары һәләк булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киске сәғәт етеләр тирәһендә Орскиға ингән ерҙә, Медногорскиға боролор алдынан, фура менән Nissan X TraiI бәрелешкән. Иҫән ҡалған 36 йәшлек ир һәм уның 9 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған: ҡыҙыҡайҙы вертолет менән өлкә дауаханаһына килтергәндәр, уның атаһы реанимацияла ята. Ике ғаиләлә лә берәр ул үҫеп килә. Фажиғә ваҡытында малайҙар машинала булмаған. Автоһәләкәт сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-05-06/dve-semi-iz-bashkirii-razbivshiesya-v-dtp-ehali-na-sorevnovaniya-po-gimnastike-3755242

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика